Инеш
Шиғыр булһа, булһын ынйы һымаҡ,
Янһын әйҙә
дошман йөрәге.
Улай булмай
икән – маташма ла,
Һуҡыр бер
тин уның кәрәге.
Рәшит Назаров
Тимер Йосопов,ижады хаҡында уңлы – һуллы һөйләп, һәр ерҙә үҙен
пропагандалап, әҙәпһеҙлек күрһәтеп, һәр урынға тығылып йөрөй торған әҙиптәрҙән
түгел. Уның тураһында ижады, бигерәк тә шиғырҙары һөйләй. Шиғриәт донъяһында үҙ
раузаһын үҫтергәндә шағир уның сәнскеле булыуын иҫенән сығармағанда ла, иң элек
һоҡландырғыс матурлығын, ләззәтләндергес хуш еҫен, кешеләр күңеленә йәм,
шатлыҡ, өмөт өҫтәүсе көсөн күҙ уңында тота. Ул ғүмере буйы бөтәһенән алда ана
шул матурлыҡҡа табынып, камиллыҡҡа ынтылып, үҙен бәхетле тойоп йәшәй. Уның
китаптарында тормошто ал да гөл итеп, буяп- һыйпап күрһәткән юлдар юҡ. Сөнки
тормоштоң аяуһыҙ дөрөҫлөгөнә ул тура ҡарай.
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт
премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтоң тормош юлын
ғына түгел, уның ижадын өйрәнергә, белергә тейешбеҙ тип иҫәпләйем
Тикшереү объекты: шиғырҙар йыйынтыҡтары
Тикшереү предметы:Тимер Йосопов шиғырҙары
Эштең актуаллеге: Башҡортостандың халыҡ
шағиры Тимер Йосоповтың ижады тулыһынса өйрәнелеп бөтмәгән
Эшемдең маҡсаты: Тимер Йосопов шиғриәтенә күҙәтеү яһау, уның шиғырҙарының
тематик яҡтан төрлөлөгөн иҫбатлау, халыҡсан икәнлеген билдәләү.