Воскресенье, 28.04.2024, 23:42

Тимер Юсупов

Народный поэт

Республики Башкортостан

Вы вошли как Гость | Группа "Гости"



Каталог статей
Главная » Статьи » Мои статьи

Тимер Йосопов ижадында шағир яҙмышының сағылышы

Инеш

 

Тема: Тимер Йосопов ижадында шағир яҙмышының сағылышы

Маҡсат:

1.                      Тимер Йосоповтың "Беште ер еләккәйзәре” йыйынтығын өйрәнеү.

2.                      Йыйынтыҡта тупланған шиғырҙарҙан сығып, Тимер Йосоповтың тормош юлын күҙ алдына баҫтырыу.

 

Эштең актуаллеге:

Шағирҙың ижадында сағылыш тапҡан тормош юлын өйрәнеү аша кеше ғүмере тураһында уйланыу йәки шағирҙың үҙ  һүҙҙәре менән әйткәндә:

Мин күптәргә ғибрәт булыр кеше,

Фәһем булыр кеше күптәргә…

 

Тикшереү предметы: Тимер Йосопровтың "Беште ер еләккәйҙәре” шиғырҙар йыйынтығы.

 

Тикшереү объекты: Йыйынтыҡҡа ингән Тимер Йосоповтың тормош юлы менән бәйле шиғырҙары.

Эш сығанаҡтары: 1. Авторҙың китаптары.

             2. Матбуғат мәҡәләләре.

Эш алымдары:

1.                      Тимер Йосоповтың шиғырҙарын барлау.

2.                      Шағирҙың тормош юлын уның ижады аша өйрәнеү.

 

Ҡасандыр В.Маяковский төрлө һәм яҡшы шағирҙарҙың күберәк булыуы хаҡында хыял йөрөткән. Хәҙерге башҡорт поэзияһының үҙендә генә лә Маяковский хыял иткән шағирҙар бик күп. Шулар араһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тимер Йосопов айырым урын биләп тора.

Һәр әҙәбиәтсе – шағирмы ул, прозаикмы, драматургмы ул, тәнҡитсеме – ғүмере буйы халыҡ телен эҙләй, халыҡ исеменән һөйләргә ынтыла. Сөнки таланттың асылы – халыҡҡа халыҡса хеҙмәт итеүҙә. Тимер Йосопов – халыҡ телен тапҡан, халыҡ тауышын үҙ тауышы итә алған шағир, тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ.

Уның шиғриәте бик кешелекле шиғриәт. Шағир күңелле – донъяға киң асылған ихлас күңел.



Источник: http://www.storona.ucoz.ru/statyi/galeev.doc
Категория: Мои статьи | Добавил: lomonosov (08.04.2010)
Просмотров: 919 | Рейтинг: 0.0/0 |
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]

Юсуповские чтения


Юсуповские чтения

Форма входа

Календарь



Интеллектуальная поисковая система Nigma.ru

Погода

Наш опрос

Оцените мой сайт
Всего ответов: 33

Фотогалерея

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Copyright MyCorp © 2024 | Конструктор сайтов - uCoz