Маҡсат:
1) Т. Йосопов
шиғриәтендә фразеологизмдар һәм мәҡәл-әйтемдәр аша тел - стиль үҙенсәлеген
өйрәнеү.
2) Шағир
ижадының халыҡсанлығын, фекер тәрәнлеген асыу.
Йыһаз: китап
күргәҙмәһе, компьютер, шағир ижадын сағылдырған слайдтар, ҡурай моңо.
Тикшереү объекты: Тимер
Йосоповтың «Беште ер еләккәйҙәре» шиғыр китабы
Тикшереү ысулы: Тимер
Йосопов менән осрашыу, уның шиғырҙарын уҡыу, газета, журнал материалдары менән
танышыу. «Беште ер еләккәйҙәре» китабынан фразеологизмдарға, мәҡәл-әйтемдәргә
миҫалдар эҙләү.
Актуаллелек: Тимер
Йосопов хәҙерге башҡорт поэзияһында күренекле урындарҙың береһен биләй. Шағирға
башҡорт халыҡ шағиры тигән исем бирелеүе бик урынлы һәм уның ижады хаҡлы баһалау
булып тора. Тимер Йосоповтың ижады етерлек кимәлдә өйрәнелмәгән, айырыуса уның
әҫәрҙәренең тел-стиль сараларын өйрәнеү бөгөнгө көндә мөһим һәм актуаль булып
тора. Тель-стиль сараларын өйрәнеү аша Тимер Йосопов шиғриәтенең тәрәнлеген һәм
киңлеген өйрәнеүҙе мин маҡсат итеп ҡуйҙым.
Источник: http://www.storona.ucoz.ru/statyi/ispravl.doc |