Воскресенье, 28.04.2024, 22:56

Тимер Юсупов

Народный поэт

Республики Башкортостан

Вы вошли как Гость | Группа "Гости"



Каталог статей
Главная » Статьи » Мои статьи

Тимер Йосоповтың “Улымды эҙләп барам” поэмаһы – башҡорт халҡы яҙмышының шиғри йылъяҙмаһы

Инеш

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге  Республика дәүләт премияһы лауреаты Тимер Йосопов башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән талантлы шағир.Уның поэзияһының иң яҡшы өлгөләре йәшәү, тормош, Тыуған ил һәм халыҡ тураһында тәрән уйланыу, ватансылыҡ тойғоларын йырлау менән характерлы. Шағир   ҙур күләмле әҫәрҙәрендә һәм  шиғырҙарында ауыр яу йылдарындағы, тормоштағы  хәл-ваҡиғаларға йыш мөрәжәғәт итә, лирикаһында  нескә тойғололоҡ гражданлыҡ пафосы менән тығыҙ үрелеп бара.

«Ҡоштар тубы», «Олатайҙар юлы», «Ялҡында янған ғүмер» поэмалары  Тимер Йосоповтың ижадында ҙур урын алып тора. Был әҫәрҙәрендә ул халыҡ яҙмышын уйлаған, киләсәге өсөн борсолған шағир-патриот булараҡ күҙ алдына баҫа. Был поэмаларҙы мин тәрән тулҡынланыу менән уҡыным.  "Улымды эҙләп барам” поэмаһы темаһы, проблемалары һәм актуаллеге, заманса яңғырашы менән иғтибарымды   йәлеп итте.

 Тимер Йосопов ижадын өйрәнеп, үҙ һүҙен әйтеүсе  тәнҡитселәр исемлегенә Ким Әхмәтйәнов, Рәшит Шәкүр, Ғайса Хөсәйенов, Рауил Бикбаев, Фәнил Күзбәковтарҙы индерергә була. Уларҙың ғилми мәҡәләләрендә шағирҙың әҫәрҙәре тематикаһы яғынан байҡала, ә ҡайһы берҙәрендә ентекле анализлана.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, "Улымды эҙләп барам”  поэмаһы , Тимер Йосоповтоң әйтеүенсә иң яратҡан поэмаһы буйынса, ентекле эҙләнеү эше күренмәй. Шуға ла минең был хеҙмәтем Тимер Йосопов поэмаларын өйрәнеүсе йәштәр араһында тәүге аҙым булыр, тип уйлайым.

Эш  барышында мин поэманың үҙенә, әле атап үткән авторҙар мәҡәләләренә,  С. Таймасов,И. Аҡманов    китаптарына таяндым.



Источник: http://www.storona.ucoz.ru/statyi/florida.doc
Категория: Мои статьи | Добавил: lomonosov (08.04.2010)
Просмотров: 1941 | Рейтинг: 0.0/0 |
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]

Юсуповские чтения


Юсуповские чтения

Форма входа

Календарь



Интеллектуальная поисковая система Nigma.ru

Погода

Наш опрос

Вам нравится творчество Тимера Юсупова
Всего ответов: 37

Фотогалерея

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Copyright MyCorp © 2024 | Конструктор сайтов - uCoz