Понедельник, 29.04.2024, 05:52

Тимер Юсупов

Народный поэт

Республики Башкортостан

Вы вошли как Гость | Группа "Гости"



Каталог статей
Главная » Статьи » Мои статьи

Тимер Йосоповтың шиғырҙарында һәм поэмаларында донъяның әллә

Төп өлөш

 

   Тимер Йосоповтың шиғырҙарында һәм поэмаларында донъяның әллә күпме төҫтәрен, ауаздарын, хәрәкәттәрен, кеше рухының әллә ниндәй балҡыштарын һәм һүнеүҙәрен, яныуҙарын һәм һүрелеүҙәрен күреп һоҡланаһың да, һыҙланаһың да. Бындағы күпме образдар күнегелгән күренештәрҙе лә бөтөнләй яңы яҡтан күрһәтә:”Йондоҙҙар һымаҡ, күҙ йәшем эре”, "Офоҡ яна, офоҡ яна, йылыһы ғына сыҡмай”, "Ялдарын тоғоҙоп, ҡалҡына аҡ боҙҙар”, "Керпегең уйнатып, йөрәккә исемеңде сыйҙың. Иҙелдә - аҡ сыйҙым, йыһанға сыҡ һыйҙым ”.

   "Арҡа терәр ирҙәр гүрҙә ята, арҡаларын терәп таштарға”. Шуға ла йылдар үткән һайын шағир өсөн ысын кешенең ҡәҙере арта бара, шуға ла "Арҡаланыр ерҙәр эҙләмәнем, арҡа терәр ирҙәр эҙләнем”,- ти ул.

Ярай әле минән яҡшылар бар:

Иртә тора улар,

                             Һуң ята.

Яҡшылар бар,

Кисә алғандарын

Ҡайтара ла булыр унлата,-

тип башлана Т.Йосоповтың”Яҡшылар бар” тигән шиғыры. Уның һуңғы юлдары былай:

Баҫыуҙарҙа ҡалҡҡан мул игендәр

Минән башҡа сәсеп урылды.

-  Шәп егетһең,- тиеп,

Йәнде үртәп,

Ҡайнатмағыҙ әле ҡурымды…

 «Ғүмер буйы мин бәхетле булдым,.. ташламаны мине бәхетем»,- тип баҫым яһап әйтә ул "Бәхет” тигән әҫәрендә.

   Тимер Йосопов шиғриәте бик кешелекле шиғриәт. Уның күңеле- донъяла киң асылған ихлас күңел. Үҙе өсөн ҡайғырыр урында ла шағир башҡалар өсөн өҙгөләнә, һәр саҡ кешеләргә ылығып, башҡаларҙың шатлығы менән үҙен бәхетле тойоп йәшәй.

  Шағирҙың тәүге шиғырҙар йыйынтығы "Икмәк еҫе” тип атала. Шағир унда”саналарҙа утын түгел, ауыр йылдарҙы һөйрәгән” тиҫтерҙәре, үҙе тураһында ғына һөйләмәй,ә һуғыш арҡаһында тол ҡалған ҡатын- ҡыҙҙың тетрәндергес образын да һынландыра. Бөтмәҫ ҡайғы- һағыш, янып- көйөүҙе эш менән генә баҫҡан тотош бер быуын күҙаллана. Лирик герой иһә улар иңендәге йөктө күтәрешергә ынтылыуы менән генә түгел, ә килер быуынға улар хаҡында йәдкәр ырыуы менән дә әһәмиәтле.

   Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ғәйәт талапсан лирик геройҙың был быуынға тағы ла иғтибарлыраҡ булмауҙа үҙен ғәйепләүе – улар алдында ни тиклем бурыслы булып ҡалыуҙы әрнеп иҫкәртеү ул:

Тупрағымды минең еңгәләрем

Ҡанлы йәштәр менән һуғарҙы.

Ниңә йыуатманым уларҙы…

                            ("Йылдар сылбыры”)

Ҡанлы һуғыш уты ҡанаттарын көйҙөргән, яҙмыштарын өткән ҡатын – ҡыҙҙарҙың былай ҙа иләҫ- миләҫ күңелдәрен китмәҫкә ынтылыу, хәтерҙәрен ҡалдырмау идеяһы әҫәрҙән әҫәргә ҡыҙыл еп булып һуҙыла. Мәҫәлән, "Хәтеремдә айлы төндәр…”, "Һуғыштан һуң ишеткән йыр”, "Өҙөлмәгән өмөт” һ.б. шиғырҙары. Тол ҡалған еңгәләрен, апайҙарын шағир инабатһыҙ ҡыланыусыларҙан, игелекһеҙ бәндәләрҙән һаҡларға, һәр төрлө ҡыйырһытыуҙарҙан йолоп алып ҡалырға, хәлдәрен еңеләйтергә тырыша.

Кешеләргә бөгөн аптырайым,

Ҡайғыларҙы көҫәп эш итһә,

Еңгәләрем өсөн илайым мин,

Ауыр һүҙҙәр улар ишетһә.

                                    ("Ҡайғы”)

   Кешенең хәленә инергә, уны аңлай белергә саҡырыу мотивы шағир ижадында тулы ҡанлы образдар аша кәүҙәләнеш таба.

   Башҡалар ҡайғыһын үҙеңдекеләй яҡын ҡабул итеү күп кенә әҫәрҙәрҙең эске йылы ағымын билдәләй, ихлас уҡыусыны үҙ тулҡындарында бәүелтә.

   Халыҡтың данлы үткәне, ҡатмарлы яҙмышы шағирҙың күңел биографияһы аша ла, шәхси тормошондағы хәл – ваҡиғаларға бәйле лә бирелә. Мәҫәлән, йөк ташыусы булып эшләгән йылдарын ул романтик буяуҙарға мансып хәтерләй. Икенсе һөнәр һайлаһа ла, сынығыу бушҡа китмәгән, әсе тир түктергән хеҙмәт уты һүрелмәгән.

   Шағир үҙ яҙмышына бәйле ваҡиғаларҙы художестволы дөйөмләштереп, фәлсәфәүи даирәләрен киңәйтеп биреү йүнәлешендә уңышлы асыштарға юлыҡты.

   Ҡапма - ҡаршылыҡлы бөгөнгө ысынбарлыҡ иһә йыш ҡына нескә күңеллеләргә аяуһыҙ. Аҫтан ут йөрөтөүселәр, ҡара эслеләр ҙә юҡ түгел.

   Художестволы киң ҡоласлылыҡ "Олатайҙар юлы поэмаһында” үҫтерелә. Әҫәр Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыу ваҡиғаһына арналған. Тотош халыҡ яҙмышы хәл ителгән бер мәлдә үҙ иңенә оло яуаплылыҡ алған ил ағалары – Олатай – алыҫ зат образында дөйөмләштерелә. Йәғни автор киң билдәле тарихи шәхескә түгел, ә типиклаштырылған геройға мөрәжәғәт итә. Төп геройҙың Олатай тип бирелеүе яңырып – йәшәреп тороусы быуындың быуаттар ашаһындағы ата – бабалар яҡынлығына, ҡан – ҡәрҙәшлек тамырҙарының берлегенә ишаралай.

   Киҫкен тарихи боролош осоро, драматик ваҡиғалар һүрәтләнеүенә ҡарамаҫтан, поэманың структур туҡымаһын шағир ижадына хас булған оптимистик рух, ҡанатлы романтика, күтәренке зауыҡ барлыҡҡа килтерә.

   Нескә хисле лирик булараҡ Тимер Йосопов айырым иғтибарға лайыҡ. Уның әҫәрҙәре, ҡағиҙә булараҡ, тышҡы сюжет үҫешенә түгел, ә эске тойғолар бәрелешенә ҡоролоусан. Ябай һүҙҙәр ярҙамында сағыу картина тыуҙырыуға, күренеп бармаған деталдәрҙеуйнатып ебәреүгә ирешә.

Тымыҡ ҡына ҡарҙар төшә,

Әйтерһең ваҡыт туҡтай.

Донъя тып – тын.

Нурҙар уйнай,

Санала улым йоҡлай.

                     ("Санала улым йоҡлай”)

Тимер Йосопов әҫәрҙәре күренеп бармаған ептәр менән халыҡ ижадына барып тоташа. Шиғыр – поэмаларҙы ҡобайыр рухы менән һуғарыуҙа, тел- стиль сараларында, халыҡсан тасуири алымдар  ҡулланыуында, мәҡәл - әйтемдәргә тартым афористик юлдарҙа, хәл – ваҡиғаларҙы, тормош, тәбиғәт күренештәрен халыҡ күҙлегенән сығып барлауҙа- баһалауҙа сағыла. Шул нигеһһә ул әҫәрҙәрендә эске бөтөнлөккә ирешә. Йәғни ниндәй генә темаға тотонмаһын, ниндәй генә ваҡиғаларҙы, тойғо тирбәлештәрен һүрәтләмәһен – үҙ халҡының тере күҙәнәге булып сығыш яһай.

 

Һығымта

 

   Шулай итеп, Тимер Йосопов ижадына күҙәтеү яһағандан һуң ошондай һығымта яһарға була. Шағир ижадының тематик даирәһе ғәйәт киң. Ул үҙ быуыны менән иңгә - иң терәшеп, "Олатайҙар юлы”нан үтә, "Йылдар сылбыры”н барлай, ер өҫтөнән "Икмәк еҫе” таралыуға ихлас ҡыуана. Үҙе артынан килеүселәргә, маяҡ итеп "Усаҡтар яға”, "Ташҡын” булып донъяны сүп – сарҙан таҙартырға уҡтала, "Хәтеренең тере ҡуҙҙарын”, устарына һалып, кешеләргә илтә, "Алтын туҙан” йотоп, "Ҡая өҫтөндә уйланыу”ҙарҙан һуң, "Килде заманалары”тип саң һуға.

  Һәм  Маҡсуд Сөндөклөнөң шиғыр юлдары менән тамамлап ҡуйғым килә, сөнки был юлдар Т.Йосоповҡа тап килә.

 

Шағир юлы – тойғо, хистәр аша

Мәшәҡәтле, оҙон, ауыр юл.

Үҙ тауышын үҙе тапҡан шағир –

Яңы йондоҙ тапҡан ғалим ул!

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Файҙаланылған әҙәбиәт

 

 

1.    Рауил Бикбаев. Һалмағая аҙымдар, һәлмәгәйә хис-уйҙар

2.    "Йәшлек” гәзите №64 2008й

3.    Башҡорт әҙәбиәте тарихы 6 том

4.    Фәһемле фекерҙәр донъяһында

Йондоҙ ҡабыҙған ижад. Ғ.Ҡунафин
Категория: Мои статьи | Добавил: lomonosov (08.04.2010)
Просмотров: 2555 | Рейтинг: 0.0/0 |
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]

Юсуповские чтения


Юсуповские чтения

Форма входа

Календарь



Интеллектуальная поисковая система Nigma.ru

Погода

Наш опрос

Вам нравится творчество Тимера Юсупова
Всего ответов: 37

Фотогалерея

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Copyright MyCorp © 2024 | Конструктор сайтов - uCoz