Тикшеренеү
объекты :
Тимер Йосоповтың тормош юлы, ижады.
Тикшереү предметы : Тимер Йосоповтың шиғырҙары.
ТӨП ӨЛӨШ
4
Тимер Йосоповтың тормош юлы.
Шағир - ул
тормош йәмен, матурлыҡты, юғары хистәрҙе шиғыр юлдарына һалыусы аҫыл зат. Беҙ
ҡәҙимгесә ҡабул иткән күп нәмәне күркәмерәк күрә, тәрәнерәк һиҙә, кисерә. Сөнки
тәбиғәттән уға шундай ҙур бүләк - талант бирелгән. Бүтәндәргә шатлыҡ өләшеү,
шиғыр юлдары аша күңелдәренә рухи байлыҡ орлоҡтары һибеү бурысы йөкмәтелгән.
Халыҡ шағиры Тимер Йосопов та шулар
рәтендә.
Тимер Йосопов -
"башҡорт шиғриәте йөгөн иң төптән егелеп тартҡан " күренекле яҡташ
шағирҙарыбыҙҙың береһе. Тәү ҡарашҡа ул
ялҡынлы һүҙ оҫтаһы – шағирға оҡшамаған кеүек. Ләкин ул - үҙенең күренеклелеге,
мәшһүрлеге, даны -шөһрәте менән тыуып үҫкән Дыуан районының Әпсәләм ауылын,
Әнйәк буйҙарын уратып күккә олғашҡан Етентау, Төлкөтау, Сейәлетау, Сусаҡтауҙан
да бейеклеккә менгән, исеме район, республика сиктәрен үтеп Рәсәй киңлектәренә
таралған оло шәхес, Башҡортостандың
Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты , Башҡортостандың халыҡ
шағиры.
Бер уйлаһаң, ғәжәп бит, әй! Төпкөл,
электр уты ла булмаған ҡараңғы ауылдан сыҡҡан ҡара малай ошондай бейеклектәргә
күтәрелһен әле.
Ә бит Тимер Йосоповҡа тормош бер ваҡытта
ла еңел бирелмәне, шиғри талантты ла уға юғары һалып сығарып ҡуйманылар. Ул бит
һуғыш осоронда тыуып үҫкән. Бер киҫәк алабута ҡатыш өнөрө йәймәһенә, бер баш
серек бәрәңгегә , бер стакан әсе ҡатыҡҡа зар - интизар булып ултырғаны күп
булған уның. Ҡыштарын тәрән көрт йырып Арый ете йыллыҡ мәктәбенә йөрөһә,
йәйҙәрен колхоз тайҙарын көтә. Һуңынан Өлкөндө урта мәктәбен тамамлағас, Силәбе
өлкәһенең Һатҡы ҡалаһында йөксө, Ҡыйғы
районы гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1962 йылда Тимер Йосопов Башҡорт дәүләт университетының филология
факультетына уҡырға инә
5
һәм уның алдында башҡорт шиғриәтендә ҡолас ташлап
йөҙөр өсөн киң һәм яҡты офоҡтар асыла. 1967 йылда университетты тамамлағас,
Бөрйән районы Асҡар ауылы мәктәбендә уҡыта. Өфөлә "Башҡортостан пионеры” гәзите
редакцияһында, республиканың яҙыусылар союзы идаралығында әҙәбиәтте
пропагандалау бюроһында эшләй. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡып ҡайтҡас, 1983
– 1988 йылдарҙа Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары була.
Хәҙерге көндә профессиональ шағир.
1988 йылда уға” Башҡортостан Республикаһының
атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән исем бирелде.
1971 йылдан – Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1998
йылда Тимер Йосопов
Башҡортостан республикаһының Салауат Юлаев
исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды
.2003 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелде.