Пятница, 19.04.2024, 10:41

Тимер Юсупов

Народный поэт

Республики Башкортостан

Вы вошли как Гость | Группа "Гости"



Главная » 2010 » Апрель » 8 » Творчество ребят(из работ НПК "Юсуповские чтения")
Творчество ребят(из работ НПК "Юсуповские чтения")
05:06

Мин – дауыл.

 Эх мин дауыл булһам ине,

Осор инем ҡанатһыҙ.

Бөтә илдең яманлығын

Юйыр инем уйлауһыҙ.

 

Бөтә илдең ҡара төҫөн

Яҡтылыҡҡа буйармын,

Һәм бөтә насар кешене

Яҡшы яҡҡа борормон.

 

Ҡыҫҡаһынса әйткәндә

Мин дауыл булып инде,

Эх бик, һай, ныҡ тырышып

Ҡотҡарыр инем ерҙе.

Бохарбаев Буранбай 8б 

 

Зәйнәб Биишеваға.

 

Тиңләйем мин һеҙҙе яҙғы йырға,

Яҙғы йырҙай булды йәшәүегеҙ.

Ярҙарынан ҡайтмай аҡҡан һыуҙай

Сихри моңло булды күңелегеҙ.

 

Яҙ ҡоштары данлап ҡайраны,

Тауҙар ҡыуанышып баш эйҙе,

Сәскәләрҙә йылмайышып тыңланы

Ҡабатламаҫ серле был йырҙы.

 

Зәйнәб инәй, данлы йәшәнегеҙ,

Матур йырҙай ғүмер иттегеҙ.

Халҡыңа, илеңә юйылмаҫлыҡ

Оло эҙ ҡалдырып киттегеҙ.

 

Илап тыуған, әммә йырлап үҫкән,

Йырлап йәшәгән ул ғүмерен.

Намыҫлыхеҙмәт менән баҫҡан

Һағыш – хәсрәт тулы күңелең.

 

Халҡым, илем, телем тиеп,

Хеҙмәт иткән, йырлап йәшәгән.

Арыһа арыған,һынмаған,

Ауырлыҡҡа һис бирешмәгән.

 

Йырлап йәшәгән халҡы ғүмерен

Мөғжизәләй гүзәл йыр булғас

Тыуған ере – бай Башҡортостан

Ғәзәздәрҙән – ғәзиз.

   Бохарбаев Буранбай 8б

         Дуҫ иттем шиғриәт донъяһын,

Тос һүҙле халҡым шағирҙарын.

Йотлоғоп та уҡып сыҡтым әле

Тимер ағай шиғырҙарын.

 

Мин белдем – Тимер ағай

Янып йәшәй халыҡ өсөн.

Мин белдем – яҡташым кеүек,

Йәшәргә - ғәҙеллек һәм хаҡлыҡ өсөн!

 

(Зарипова Диана,

Мәсәғүт лицейының  

5 в синыф уҡыусыһы)      


           Йәшлек.

Үтер йәшлек, бергә булған саҡтар

Улар ҡалыр һағынып һөйләргә.

Бар ине бит бергә уҡыған саҡтар

Улар ҡайҙа ҡалды тиергә.

 

Йәшлек-

Ниндәй матур исем,

Кәрәк уның ҡәҙерен белергә.

Йылдар үтер – ләкин был йәшлеккә

Мөмкин булмаҫ кире ҡайтырға.

 

(Мусин Айгиз, 

Мәсәғүт лицейының 

5 б синыф уҡыусыһы)

 

Просмотров: 1077 | Добавил: lomonosov | Рейтинг: 0.0/0 |
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]

Юсуповские чтения


Юсуповские чтения

Форма входа

Календарь

«  Апрель 2010  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
   1234
567891011
12131415161718
19202122232425
2627282930


Интеллектуальная поисковая система Nigma.ru

Погода

Архив записей

Наш опрос

Вам нравится творчество Тимера Юсупова
Всего ответов: 37

Фотогалерея

Статистика


Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Copyright MyCorp © 2024 | Конструктор сайтов - uCoz