| | |
Биографик белешмә
Күренекле шағир Тимер Йосоп улы Йосопов 1938
йылдың 31 майында Башҡортостан
Республикаһының Дыуан районы Әпсәләм ауылында колхозсы ғаиләһендә
тыуған. Өлкөндө урта мәктәбен тамамлағас, Силәбе әлкәһенең Һатҡы
ҡалаһында — йөксө, Ҡыйғы районы гәзитендә
әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй. 1962—67 йылдарҙа
Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Университеттан һуң Бөрйән
районы Асҡар мәктәбендә уҡыта. Өфөлә "Башҡортостан пионеры" (хәҙерге
"Йәншишмә") гәзитендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәбиәтте
пропагандалау бюроһында эшләй. Мәскәүҙә Юғары әҙәбиәт курстарҙа уҡып
ҡайтҡас, 1983—1988 йылдарҙа Башҡортостан
Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары була.
Хәҙерге көндә — профессиональ яҙыусы.
1988 йылда уға "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған
мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән исем бирелде.
1971 йылдан — Яҙыусылар союзы
ағзаһы.
| | | | | |
|
|
Календарь« Апрель 2024 » | Пн | Вт | Ср | Чт | Пт | Сб | Вс | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 |
Статистика
Онлайн всего: 1 Гостей: 1 Пользователей: 0
|